Театр тураһында

Ҡалабыҙҙың ғына түгел, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының бай мәҙәни мираҫын күрһәткән Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры, бына инде етмеш йыл дауамында уңышлы эшләп килә.

РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы тарафынан 1946 йылдың 4 ғинуарынан теркәлгән 11-се һанлы күрһәтмәһенә һәм БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы тарафынан 1946 йылдың 5 февраленән теркәлгән 97-се һанлы ҡарары буйынса Белорет драма театры (Стәрлетамаҡ ҡалаһында гастролдә йөрөгән ваҡыттарында) Стәрлетамаҡ ҡалаһына даими эш урынына беркетелә һәм киләсәктә уға «Стәрлетамаҡ драма театры» тигән яңы исем бирелә.

1946 йылдың 25 ғинуарында театр директоры итеп И.И. Чернышевский-Толкачев тәғәйенләнә. 1946 йылдың авгусынан рус драма театрының труппаһын художество етәксеһе Константин Христофорович Шахбазиди етәкләй башлай.

Театр Башҡортостандың театраль картаһында сағыу һәм мөһим урындарҙың береһен алып тора. Ул үҙенең таланттары, сәхнә оҫталары менән бай булыуы, һәр ваҡыт үҙенең дәрәжәһен тота белеүе менән үҙенсәлекле булды, сөнки уны етәкләгән кешеләрҙең исемдәре театрҙың синонимдарына әйләнде, тиерлек. Улар – баш режиссерҙар: БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы К.Х. Шахбазиди, В.И. Гриценко, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Е.А. Меркулович, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шрагер Е.С. Үҙҙәрен режиссура өлкәһендә уңышлы күрһәткән – БАССР-ҙың халыҡ артисы П.И. Ремизов, С.С. Оборенко, сценографияла – В. Темплин, Б. Молодоженин.

Театрҙың бөтә йәшәү осоро РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Борис Францевич Землоның исеме менән тығыҙ бәйләнгән. Ә 1960 – 1987 йылдарҙа ул – театрҙың алыштырғыһыҙ директоры.

Юғары мәҙәниәтле һәм тәжрибәле профессионал – режиссер Ефим Меркулович, ун бер йыл дауамында художество эштәре етәксеһе булып торҙо. Уның сәхнәлә тыуҙырған күп әҫәрҙәре илебеҙҙең театр йәмғиәте тарафынан юғары баһаланды. Оло ижади ҡаҙаныштары өсөн уға Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән почетлы исем бирелде. Театраль рәссам, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Леонид Алексеевич оҙаҡ йылдар үҙенең сағыу һәм баҙыҡ сәнғәте менән һоҡландырҙы.

Театрҙың заманса үҫеш этабында Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Дмитрий Шрагерҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Театр сәхнәһендә ул – ҙур һәм үҙенсәлекле, эстетик һәм художестволы программалар тыуҙырҙы.

Шулай уҡ, театрҙың үҫешенә режиссерҙар – БР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре К.Д. Хотяновский, М.Г. Кульбаев һәм И. Черкашин, рәссамдар - РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Л. Алексеев, М.И. Кузнецов, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты М.С. Шнейдерман, РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Виктор Хлыбов тос өлөш индерҙе.

Театрҙың башланғыс эшмәкәрлегендә коллективтың төп өлөшөн – БАССР-ҙың халыҡ артисы П. Ремизов, БАССР-ҙың атҡаҙанған артистары: Б.Земло, Е. Вильчевская, М. Маркелова, А. Злобинская, В. Тарасевич, И. Шмаков, Б. Спасский, Г. Должанская, С. Светланова, В. Пастаногов, А. Туганова, артистар: Э. Морская, Т. Васильева-Шахбазиди, Т. Малинина, Н. һәм Г. Акуловтар, Г. Клименко, А. Медведев, А. Зазыбин, Ю. Ноздрин, В. Новикова, Л. Романченко, Г. Муштаков, С. Патраева, О. Черных, С. Закирова һ. б. талантлы шәхестәр тәшкил итте. Үҙ ваҡытында уларҙың сәхнәләге эштәре ҡиммәтле бүләктәр һәм тамашасы һөйөүе менән баһаланды.

Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры эшләй башлаған көндәренән, рус һәм сит илдең етди һәм ауыр художество методлы драматургияһын үҙләштереү курсын алды. Спектаклдәрҙең биҙәлеүенә лә ғәйәт ҙур иғтибар бүленә ине: костюм һәм декорациялар булдырыу өҫтөндә үҙҙәренә генә хас стиле, ғәжәйеп тойомлауы булған талантлы рәссамдар эшләне. Театрҙың бар эшмәкәрлек осоронда, уның төп бурыстары булып: аң-белем таратыу һәм тәрбиәләү эшмәкәрлеге торҙо, һәм был һәр ваҡыт шулай буласаҡ та. Рус театры тыуған ҡалаһында ғына түгел, шулай уҡ сит тарафтарҙағы тамашасаһының күңелен рухи яҡтан үҫтереү һәм байытыу, коммерциянан баш тартып, театр сәнғәтенең элитар йолаларын һаҡлап ҡалыу өсөн бар тырышлығын һалды. Ул үҙ аудиторияһын үҙ-аллы тәрбиәләп, тамашасыһынан әҙ генә алда барҙы: бында һәр ваҡыт белемле, уйлау кимәле юғары булған, һиҙгер, тирә-яҡ мөхиттәге үҙгәрештәргә битараф булмаған, спектаклдең йөкмәткеһен генә түгел, ә уны булдырыуҙың ауыр формаһын төшөнгән кеше булды. Хатта илебеҙ өсөн шаҡтай ауыр, үҙгәрешле һәм тәртипкә һалынмаған йылдарҙа, бигерәк тә мәҙәниәт өлкәһендә, Рус театры шикле саралар һәм түбән пробалы спектаклдәр менән аҡса эшләү юлынан китмәне, шуның менән ул үҙенең авторитетын һәм тамашасы һөйөүен һаҡлап алып ҡалды. Бөгөнгө көндә тулы залдар, тамашасыларҙың спектаклдәр менән ҡыҙыҡһыныуы, бигерәк тә йәш быуындың – һайлаған юлдың дөрөҫлөгөн дәлилләй. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрында уникаль труппа формалашҡан.

Бер яҡтан – классик театрҙың йолаларын һаҡлаған тәжрибәле, почетлы оло быуын вәкилдәре: РФ-ның атҡаҙанған артисткаһы, БР-ның халыҡ артисткаһы, БР-ның атҡаҙанған артисткаһы Зоя Киреева, БР-ның атҡаҙанған артисткаһы, БР-ның халыҡ артисткаһы Валентина Бродская, РФ-ның атҡаҙанған артисы, БР-ның халыҡ артисы, БР-ның атҡаҙанған артисы Николай Панов, БР-ның атҡаҙанған артисы Александр Шабаев һәм БР-ның атҡаҙанған артисткаһы Галина Шулепова.

Икенсе яҡтан – яңы театраль телдә һөйләшергә һәм эксперименттарға әҙер йәш быуын: БР-ның халыҡ артисткаһы, Ш. Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Светлана Ғиниәтуллина, Артур Ишмөхәмәтов, Сергей Сапунов, Илдар Сахапов, Ольга Бовен, Денис Хисамов. Йәшлектең һәм тәжрибәнең гармониялылығы - труппаның уңышлы һәм һөҙөмтәле ижади эшмәкәрлеге тураһында һөйләй.

Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрының етмеш йыллыҡ эш дәүерендә, уның сәхнәһендә Рәсәйҙең һәм сит илдең бөйөк классиктары: Шекспир, Шиллер, Толстой, Островский, Чехов, Горький, Гоголь, Андреев, Бальзак, Уильмс, Камю, Фолкнер, Берроуз, Патрик, Андерсен, Мостай Кәрим, Харрис, Гоцци, Шварц, Мольер, Булгаков һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре буйынса 600 йөҙҙән ашыу спектакль ҡуйылды.

Театр В. Ольшанский, В. Жеребцов, В. Илюхов, Н. Птушкина, Г. Горин, В. Гуркин кеүек заманса драматургтар менән уңышлы эшләй. Театрҙың репертуарында трагикомедия, трагедия, фарс-раунд, әкиәт, рок-хикмәт, трагик балаган һымаҡ жанрҙар үҙ-ара бәйләнеп килә. Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры актив рәүештә гастролдәргә сыға, төрлө театраль фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнаша. Күп тапҡырҙар дипломдар менән бүләкләнде, фестиваль лауреты булды.

1977 йылда, Бөтәрәсәй драматургия һәм театр сәнғәте фестивалендә, Кановичтың пьесаһы буйынса Д.С. Шрагер ҡуйған “Ҡуйындағы ут” спектакле өсөн театр II дәрәжә дипломы менән билдәләнде. 1979 йылда, СССР драматургтарының әҙәрҙәрен уңышлы ҡуйғаны өсөн театрға I дәрәжә дипломы тапшырылды. Венгер Халыҡтары Республикаһы, венгер драматургы Хелтаиның пьесаһы буйынса ҡуйылған «Телһеҙ рыцарь» спектакле өсөн театрҙы Почетлы диплом һәм иҫтәлекле ҙур медаль менән бүләкләне (режиссер – Д.С. Шрагер).

Театрҙың художество етәксеһе, Бөтәрәсәй «AVE» фестивале лауреаты, РФ-ның СТД дипломы эйәһе, Рәсәйҙең театр сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергән Черкашин И.А. тарафынан ҡуйылған спектаклдәр төрлө театраль форумдарҙың дипломанттары булды. «Алтын атсыҡ» Бөтәрәсәй театр фестивалендә «Мөхәббәт» трагифарсы (М. Шизгал; рәссам-сценограф – В. Королев) дипломант исемен яуланы (2002 йыл). «Хапун» комедияһы (В. Ольшанский; рәссам-сценограф – В. Королев, хореограф – В. Лесничая) Салауат ҡалаһында үткән «Театр яҙы - 2003» Республика фестивалендә беренсе премия алды. Төп ролдәрҙе башҡарыусылар: БР-ның атҡаҙанған артисы Сергей Дербенцев «Фестивалдең иң яҡшы ир-ат роле» премияһын, БР-ның атҡаҙанған артисткаһы, Ш. Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Светлана Ғиниәтуллина «Фестивалдең иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» премияһын яуланы.

Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары Республика театр фестивалендә (Лысьва ҡалаһы, 2004 йыл) “Өйләнеү” спектакле (Н.В. Гоголь; рәссам-сценограф – В. Хлыбов) фестиваль дипломанты булды. Актриса Светлана Ғиниәтуллина (Агафья Тихоновна ролен башҡарыусы) Рәсәйҙең киң мәғлүмәт һәм мәҙәниәт министры А.С. Соколовтың ҡултамғалы дипломын һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» фестиваль жюрийы премияһын алды.

2006 йылда Рус драма театры Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары V Театр фестивалендә (Тверь өлкәһенең Вышний Волочек ҡалаһы) «Хапун» (В. Ольшанский; рәссам-сценограф – В. Королев) спектакле менән сығыш яһаны. Спектакль унда «Тамашасы һөйөүе призы», балалар жюрийының «Иң яҡшы спектакль өсөн» призын яуланы. «Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында – БР-ның атҡаҙанған артисы Сергей Дербенцев, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында – БР-ның атҡаҙанған артисткаһы, Ш. Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Светлана Ғиниәтуллина,  «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында – БР-ның халыҡ артисы Геннадий Муштаков һәм РФ-ның атҡаҙанған артисы Николай Панов  еңде.

Чехов пьесаһы буйынса «Ваня бабай» спектакле (режиссеры – О. Пронин; сценография – В. Хлыбов; костюмдар – Н. Белова) Ф. Раневская исемендәге «Оло провинция» Халыҡ-ара фестивалендә (Таганрог ҡалаһы, 2008 йыл) ҡатнашты. «О-Цуру – торна ҡаурыйҙары» (режиссер – И. Черкашин; композитор – Ю. Прялкин; рәссам-сценограф – В. Хлыбов) спектакле “Ҡолонсаҡ” (Өфө ҡалаһы, 2008 йыл) балалар өсөн спектакль III Республика фестивалендә дипломант исемен алды.

2009 йылда театр коллективы  “Ҡаланың мәҙәни-тамаша ойошмалары һәм учреждениелары араһындағы ҡала ярыштарында еңеүсе” дипломы менән бүләкләнде. Йыл да үткәрелеп килгән «Күңелле сәхнә» театраль капустниктар Республика фестивалендә (Өфө ҡалаһы) Рус драма театры күп тапҡырҙар фестивалдең беренсе премияһын яулап «Күңелле кәзә» Бөтәрәсәй театр фестиваленә (Түбәнге Новгород ҡалаһы) путевкалар яуланы һәм унда  Республикабыҙҙы лайыҡлы танытып дипломант булды һәм фестивалдең даими ҡатнашыусыһы итеп раҫланды. «Театр яҙы - 2009» VII Республика фестивале тәнҡитселәре фекеренсә, «Аҙаҡҡылар» (М. Горький; рәссам-сценограф – Н. Белова) спектакле был театраль форумдың сағыу ваҡиғаһына әйләнде. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында, ҡатын-ҡыҙ образын сағыу итеп асып биргәне өсөн БР-ның атҡаҙанған артисткаһы Галина Шулепова, ә «Иң яҡшы эпизодик роль» номинацияһында – БР-ның атҡаҙанған артисткаһы Ариадна Туганова еңеп сыҡты. БР-ның йәштәр сәйәсәте Министерствоһының «Иң яҡшы йәш актриса» махсус призы менән Ольга Франц бүләкләнде.

2012 йылда Рус театры «Ирбитские подмостки – 2013. Традиции и современность» (Ирбит ҡалаһы) VII Регион-ара  фестиваль-конкурсында «Бына шундай мөхәббәт...» спектакле менән сығыш яһаны. Тәнҡитселәр тарафынан юғары билдәләнеп “Сағыулыҡ һәм тасуирилыҡ өсөн” дипломы менән бүләкләнде. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» дипломын Анжелика Гришкина (Александра Краснощекова ролен башҡарыусы) алды.

Бына инде ун йыл дауамында, коллективтың алыштырғыһыҙ етәксеһе булып БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре – Замесина Виктория Александровна тора. Ул 2013 йылдың сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты итеп һайланды.

Театрҙың баш режиссеры Исмайлова Людмила Олеговна Б. Щукин ис. театр институтын тамамлаған. РСФСР – ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РФ-ның халыҡ артисы Леонид Ефимович Хейфецтың уҡыусыһы булған.

Бына инде утыҙ йылдан ашыу, театрҙың художество етәксеһе – РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Виктор Петрович Хлыбов.

Стәрлетамаҡтың һәм бөтөн республиканың мәҙәни тормошо уңышлы үҫешһен өсөн театрҙа бар уңайлы шарттар булдырылған: грамоталы һәм алдан күрә белеүсе етәкселәр, талантлы һәм өмөтлө труппа, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған цехтарҙа эшләүсе профессионалдар. Театрҙың мәҙәни объект булараҡ, заманса йәмғиәт үҫешендә тотҡан ролен театр коллективы һәм етәкселеге бар тулылығында аңлап эш итә. Илебеҙҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт киңлектәрендә  Республикабыҙҙың статусы тағы ла юғарыраҡ  күтәрелһен өсөн – Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры артистары бар көсөн һалырға әҙер.