Билеттарға заказ биреү

Заказ: +7 (3473) 25-55-67.телефоны буйынса бирелә.
Фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен һәм телефон номерығыҙҙы әйтегеҙ.

Кассаның эш ваҡыты:

10:00 – 20:00 сәғәткә тиклем, тәнәфесһеҙ һәм ял көндәрһеҙ. Белешмә өсөн телефон: 25-73-01, 25-73-13 (администраторҙар)

 

Театр кассаһында хәҙер банк картаһы менән иҫәпләшеү мөмкинселеге бар! (MasterCard; Maestro; Visa; VisaElektron; МИР.)

Билеттарҙы ташлама менән һатыу тураһында ҠАҒИҘӘ

  • Юғары уҡыу йорттары һәм урта профессиональ белем биреү учрежлениелары студенттары (көндөҙгө бүлек), башланғыс профессиональ белем биреү  учреждениелары уҡыусылары өсөн - 50% ташлама, студент билеттарын, уҡыусы билеттарын күрһәткән осраҡта (билеттарҙы кассала алыу).

  • Ҡартлыҡ буйынса пенсионерҙар – 50% ташлама, пенсия танытмаһын күрһәткән осраҡта (билеттарҙы кассала алыу).

  • Күп балалы һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең балалары өсөн - 50% ташлама, күп балалы ата-әсә танытмаһын, ғаилә составы тураһындағы справкаларҙы, балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығын күрһәткән осраҡта (билеттарҙы кассала алыу).

  • Бөтә төркөм инвалидтары, инвалид-бала – 100% ташлама, инвалидлыҡ тураһындағы справкалар йәки инвалид икәне тураһында билдә ҡуйылған танытманы күрһәткән осраҡта (билеттарҙы кассала алыу).

  • Етем балалар, балалар йорттрарында тәрбиәләнеүсе балалар - 100% ташлама, баланың статусын раҫлаусы документ күрһәткән осраҡта.

  • Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм ҡатнашыусылары - 100% ташлама, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәки ҡатнашыусыһы таныҡлығын күрһәткән осраҡта.

  • Өс йәшкә тиклемге балалар, балалар спектакленә ҡуша һанала -  100% ташлама, тыуыу тураһында таныҡлыҡ күрһәткән осраҡта.

Льготалар юҡ:

  • Партерҙың битет хаҡтарына, амфитеатрҙың 19 һәм 20 рәттәренә;

  • Премьера спектакле хаҡтарына;

  • Пенсия танытмаһы буйынса балалар спектакленә;

  • Тәжрибә сәхнәһендә барған спектаклдәрҙең хаҡтарына;

    Һатыуҙа бүләк сертификаттары һәм конверттар бар.