«Кесе Ватан мәҙәниәте» партия проекты

Сенсациялар рәтенән булған яңылыҡ: “Берҙәм Рәсәй” партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектын тормошҡа ашырыу форматында Башҡортостандың ете театры етди финанс ярҙамы аласаҡ. Рәсәй Федерацияһында бындай театрҙар бөтәһе 160. Проектта ҡатнашыусыларҙы һайлау өсөн яҡынса етди эксперт һайлауы үтте. Ярҙам Стәрлетамаҡ рус драма театрына ла күрһәтеләсәк. Был масштаблы акцияның актуаллеге баһалап бөткөһөҙ: “Берҙәм Рәсәй” партияһы конкрет рәүештә иң мөһим мәсьәләләрҙең береһен хәл итә – Рәсәй граждандарының һәр береһен мәҙәни байлыҡтарға бер тигеҙ инә алыу мөмкинселеге менән тәьмин итәсәк. Проектты тормошҡа ашырыуҙың аныҡ картаһы эшләнгән дә инде.

Бик ваҡытлы инициатива, - ти театрҙың директоры Виктория Александровна Замесина. – Аҙаҡҡы биш йылда театрҙарҙы финанслау ҡыҫҡартылғайны һәм был үҙ сиратында ауырлыҡтар тыуҙырғайны.

Тамашасыларҙың ижтыяжын ҡәнәғәтләндереү, ә улар йылдан-йыл талапсаныраҡ була бара, баш ҡала сәхнәләренең техник мөмкинселектәре менән конкурентлыҡ итеү ауырлашҡандан-ауырлаша. Ҡытай аҡыл эйәләре әйтеүенсә: ваҡытында биргән, ике тапҡыр биргән. Беҙҙең ижади пландарыбыҙ актив рәүештә версткалана. Хәҙер үк әйтә алам, бүленгән аҡсаның 70 проценты материаль-техник базаны камиллаштырыуға йүнәлтеләсәк. Үтә лә кәрәкле заманса яҡтыртыу һәм тауыш биреү  ҡорамалдарын аласаҡбыҙ, тамашасы залына кондиционер ҡуйҙыртасаҡбыҙ.  Ҡалған 30 процентын яңы постановкаларға тотонасаҡбыҙ. Буласаҡ премьералар асыҡланған: «Театрға – бөтә ғаилә менән» проекты форматында Пушкиндың поэмаһы буйынса “Руслан һәм Людмила”спектаклен ҡуябыҙ, бөгөнгө көндә популяр булған совет драматургияһына ла мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Беҙҙең һайлау һеҙҙе ҡыуандырасаҡ – Вера Панованың “Аҡ төндәрҙе оҙатыу” спектакле. Хәҙер һеҙ, хөрмәтле тамашасылар, проекттың тормошҡа ашырылыуы хаҡындағы мәғлүмәт менән этап буйынса танышып барасаҡһығыҙ.