Константин Райкиндың ҡурҡыуы һәм һоҡланыуы

Аҙаҡҡы мәлдә был осрашыуҙың мөмкин түгеллегенә ышана яҙһаҡ та - беҙ ысын күңелдән көттөк һәм өмөтләндек... Әммә ләкин был тормошҡа ашты! Маэстро Константин Аркадьевич Райкин Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрына килде!

Ул яңыраҡ ҡына үткән #өсмырҡылдаҡ премьераһын ҡараны, театр актерҙары менән осрашты. Ирониялы, һоҡланғыс һәм көс-ҡеүәте ташып тора! Беҙ һаман да көслө тәьҫораттар аҫтында. Әлбиттә, уның иҫ киткес юморын баҫылған текст аша биреүе ауыр, шулай ҙа, Оҫта менән осрашыу шатлығын яратҡан тамашасыларыбыҙ менән бүлешмәйенсә булдыра алмайбыҙ. Һеҙҙең иғтибарға иң сағыу цитаталар.

  • Бары тик талант буйынса ғына алам

Мин 12 йыл Мәскәү сәнғәт академия театрында уҡыттым. Курстың художество етәксеһе инем инде. Шунан беҙ “Юғары сәхнә сәнғәте мәктәбе”н  астыҡ. Ҡайһылыр этапта, үҙҙәре өсөн актерҙар әҙерләү маҡсатында, ололар театры үҙенең уҡыу йортон асырға теләй. Был тулыһынса минең тәжрибәүи эшмәкәрлегем менән бәйле: мин бик күп уйнайым, күп ҡуям, мин – худрук, мин театр эшмәкәрлегенең дүрт төрө менән шөғөлләнәм, шулай ҙа был бер кешелә һирәк берләшә. Мин курс йыйған ваҡытта, унда яңы тарихта бер нәмә лә аңламаған, бер нәмә лә уҡымаған, ауыл балалары ла бар. Мин уларҙы оҙаҡ һайлайым, өс түгел, ә биш тур яһайым: әңгәмә менән, күнегеүҙәр менән, этюдтар менән. Был нисек тә булһа әҙерәк хата ебәреү өсөн эшләнелә... әммә барыбер яңылышлыҡтар осрай. Тик эш кенә, был кешенең кем икәнен күрһәтә. Әйтәйек, холҡо ихтыярһыҙ икән, был кеше актер эше өсөн бер нисек тә тап килмәй, минеңсә. Шуның өсөн дә мин уларҙы аямайынса ҡыуам. Мин ҡыуған билдәле актерҙарҙың иҫәбе-һанын әйтеүе лә оят. Улар киноларҙа төшөп кенә билдәле булып киттеләр, унда бөтөнләй башҡа талаптар. Улар менән хушлашыуыма: “Аллаға шөкөр!” – тейем.

  • Хис-тойғолар менән - ҡатын-ҡыҙға мөғәлләмә иткән кеүек эш итергә кәрәк

Хис-тойғоға, һин унан башҡа ла эш итә аласығыңды төшөндөрөргә кәрәк, һәм ул шундуҡ һиңә йүгереп килеп етәсәк! Бына һинең текстың яҙылған, теләһә нимә эшлә, дөрөҫ итеп әйт! Текст эсендә аңла йәки аңлама! Үҙ көсөңдө һынайһың, уйнайһың – бының бер ояты да юҡ! Кеше шулай ҡоролған, артист шулай ҡоролған, беҙ - бер бөтөн әҙәмдәр. Формаға һәм йөкмәткегә бүленеү - ул тик шартлы билдәләр: өҫтәлгә һуҡтың һәм һуҡҡаның өсөн асыуландың! Һүрәтләй белергә кәрәк һәм бынан ҡурҡырға ярамай. “Әгәр ҙә мин тоя алмаһам?” тигәндән ҡурҡмаҫ өсөн, мин студенттарға ошоларҙы өйрәтәм дә инде.

  • Актер эше – һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше – минең атайым шулай йәшәне

Уның бөтөнләй педагогик һәләте юҡ ине. Әммә ул гениаль рәүештә һүрәтләй белә торғайны, һәм ул күрһәткәнде иҫең китеп ҡабатлағы килә... Был бер кемгә лә килешмәй ине, хатта миңә лә. Ул һөнәре менән йәшәне, уның өсөн «дисциплина» һүҙе бөтөнләй үҙ мәғәнәһен юғалта торғайны. Сөнки ул үҙе тәртип ине, ул башҡаса булдыра ла алманы. Икенсе ҡыңғырауҙан һуң ул сәхнәлә бер үҙе була торғайны: әҙерләнә ине.

Һәм мин үҙем дә шулай йәшәйем: минең тормошомдоң мәғәнәһе шунда – мин бөгөн нисек уйнаясаҡмын. Спектакль насар үтһә, минең тормошом бөтөнләй мәғәнәһеҙгә әйләнә. Ә яҡшы үтһә: “Был донъяла мин юҡҡа ғына йәшәмәйем икән!”- тип уйлайым. Был бик ауыр, әммә мин шулай ҡоролғанмын. Минең курсымдан, берәүһе булһа ла, шулай йәшәһен ине, тип теләйем.

 

  • Кино – ул сәнғәттең техник төрө

Ул алдау сәнғәте. Эре планда мөхәббәт сәхнәһен уйнаған ваҡытта, һин ғашиҡ күҙҙәреңде икенсе режиссерҙың яурыны аша үткәрәһең, ә был ваҡытта һинең партнерша булған кешең Североморскта икенсе кинола төшөп йөрөй. Мин бик күп яҡшы режиссерҙарҙа төшкәнем булды, әммә ләкин мин быны бер ҡасан да, театрҙа эшләгән профессиональ артист алған ләззәт менән сағыштырмаясаҡмын. Театрҙа һин – төп тасуири сара! Бына шуның өсөн дә инде, театр артисы көсәнмәй генә кинола төшә, ә кино артисы сәхнәлә уйнай ҙа алмаясаҡ, улар ярҙамға мохтаждар... Сәхнә бөтә тәбиғәтеңде асыҡлай һәм абсолют рәүештә һөнәреңдең оҫтаһы булыуын талап итә! Кинола бер дубль эсендә үтеп барыусыны ла өйрәтеп була.

  • Беҙҙең эштә ҡурҡа һәм һоҡлана белеү мөһим...

Бер ваҡыт мин үҙемдең беренсе курс студенттарыма Яңы йылды театрҙа, театр буфетында ҡаршыларға тәҡдим иттем. Уларға билмән бешерҙем, ә төндә, Яңы йылды ҡаршылағас, мин быларға әйтәм: “Әйҙәгеҙ сәхнәгә!” Сәхнә бер үҙе тора, бер бөртөк яҡтыртыу өсаяғы, буш зал..., был артист булмаған кешегә нимә инде? Ябай ангар, шаҡтай күңелһеҙ... Ә былар шундай һоҡланыу кисергән төркөмсөктәй булып таралыштылар, сәхнәне, иҙәнде тотоп ҡарайҙар, яттылар ҙа фотоға төшә башланылар... Һәм мин уларға шул ваҡытта әйттем: «Егеттәр-ҡыҙҙар, был фотоларҙы һаҡлағыҙ. Һәм һеҙ киләһе әхлаҡһыҙ тетеү ваҡытында “тетеүселәр” булһағыҙ, был фотолар һеҙҙең өсөн шелтә булмаһын ине: һеҙ ниндәй булғанһығыҙ һәм кемгә әйләнгәнһегеҙ... Бына һәр ваҡыт ошолай булһын!»

  • «Был Константин Аркадьевич аңраланған, ярай инде, көтөп торорбоҙ...»

Бер ваҡыт мин Островский буйынса Петр Наумович Фоменкола спектакль ҡараным һәм аҡылдан яҙҙым: «Был бит беҙҙең тормош тураһында! Был бит тамам заманса!» Яңынан уҡып сыҡтым, һәм аңланым – был иң яҡшы драматург, һәм уны ҡуя башланым, өҙөктәр эшләнем, уйнарға хыялландым...

Бер мәл диплом спектаклен Островский буйынса ҡуйырға булдыҡ, һәм мин Алла Покровскаянан был диплом спектаклендә, студенттарым менән бергә, Ахов ролен (гениаль роль - артист өсөн бүләк) уйнауҙы һораным. Беҙ репетицияларҙы башланыҡ. Һәм күҙ алдына килтерәһегеҙме, шул ваҡытта минең студенттарым  худрук менән репетиция яһағандарын аңлап ҡалдылар, ә мин бит улар өсөн күктә йәшәүсе, Оҫта. Мин бик оҙаҡ эшләйем, яй... һәм... килеп сыҡмай. Минең һәр ваҡыт шундай осором була. «Минең килеп сыҡмаясаҡ та, мин быны уйнай алмаясаҡмын», тип уйлай башлайым. Тәүҙә улар ышанмайҙар, шунан ғына минең ысынлап та килеп сыҡмағанын аңлайҙар. Ә Алла Борисовна Покровская өсөн барыбер: студентмы, худрукмы...бөтәһе лә артистар, һәм ул иҫкәрмәләр эшләй башлай, һәм шул тиклем йән көйҙөргөс: “Йә инде, Кость, тағы ла бер тапҡыр эшләп ҡара инде... ” Ә минең килеп сыҡмай! Һәм мин өмөтһөҙлөктән илай башлайым. Ә был студентиктар ҡомлоҡта уйнаған балалар кеүек: әгәр ҙә берәйһе илай башлаһа, улар уны йәлләмәйҙәр, улар уны тикшерәләр. Һәм былар ҙа шулай: «илаҡ худрук», улар мине йәлләргә кәрәк икәнен уйлап та бирмәйҙәр, улар тикшерәләр – бына ниндәй икән ул, баҡтиһәң...

Беҙҙең эштә тәжрибә еңеллек килтермәгәнен, миңә уларға ҡарағанда еңелерәк булмағанын, ана шул ваҡытта, аңлағандарҙыр, тип уйлайым. Ысынында, беҙ бөтәбеҙ ҙә тиң, һәм беҙҙең тәжрибәбеҙ әһәмиәтле түгел. Һинең исемең, дәрәжәң бар, ә үҙең насар уйнайһың икән, ниндәй айырма?..

#русдраматеатры #константинрайкин #бынаһиңәосрашыу #бәхетбар #стәрлетамаҡ #театрмөхәббәтмәңгегә