ӨСӨНСӨ МАКДОНАХ ФЕСТИВАЛЕ ЙЫЛЪЯҘМАЛАРЫ. КЕШЕЛӘР ЯҠЫНЫРАҠ БУЛҒАН ҺАЙЫН, БЕР-БЕРЕҺЕН НЫҒЫРАҠ РӘНЙЕТӘЛӘР

Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрында Людмила Исмайлова ҡуйған «Һылыулыҡ королеваһы» спектакле Башҡортостанда МакДонах буйынса беренсе постановка тиһәң дә була. МакДонах менән эшләүҙең беренсе тәжрибәһе театрҙы һәм актерҙарҙы ғына түгел, шулай уҡ МакДонахтын үҙен дә бөтөнләй икенсе яҡтан асты.

Мартин МакДонахтың драматургияһының бер үҙенсәлеге һәм, ғөмүмән, беҙгә һөйләргә мөмкинселек биргән тарихтары – ул иррационаллектең һәм көндәлек тормоштоң үҙенә башҡа бер бәйләнеше. Һәм уны спектаклдең сценографияһы аныҡ рәүештә сағылдыра. Эйе, уның пьесаһындағы геройҙарҙың һәр бер эшмәкәрлеге, ҡарары, хистәре йәки  тойғолары һәр ваҡыт көнкүреш тормош менән бәйләнгән. Әсәһенә йәки күршеһенә булған мөнәсәбәтенең интонацияһы тура рәүештә телевизор, плитә йәки шкаф менән бәйләнгән. Геройҙар был стеналар артында йәшәү осоронда, тура мәғәнәһендә, был әйберҙәр менән бергә ҡушылғандар, береккәндәр. Бәлки, шуның өсөн дә өйҙәге предметтар менән бәйләнгән һәр бер күренеш, һәр бер әйбер, геройҙарҙа шул тиклем көслө һәм тыйып торғоһоҙ хис-тойғолар тыуҙыралыр.

Әммә быларҙың бөтәһен дә алып ташлаһаң нимә булыр? Ысын күренештәр булған арауыҡтың каркасын ғына ҡалдырһаҡ – предметтарҙа түгел, кешеләр араһында. Людмила Исмайлованың спектаклендәге сәхнә минимализмы беҙгә шуны аңлата: бик йыш ҡына әйберҙәр ысын яҙмышты күрергә бирмәйҙәр.

Валентина Бродская, Мэг Фолан ролен башҡарыусы:

«Аңлашыла, бында әсәнең һәм ҡыҙҙың мөхәббәте тураһында һөйләү күп. Улар араһында нимә булған? Мин һеҙгә әйтә лә алмайым, сөнки МакДонахтың плюстары ла, минустары ла юҡ. Бер ҡараһаң – ярата, бер ҡараһаң – яратмай, шунан тағы ла ярата...Һәм был шул тиклем ҡотолғоһоҙ ике төрлөлөк: кешеләр яҡыныраҡ булған һайын, бер-береһен нығыраҡ рәнйетәләр. Был спектакль ошо турала, минеңсә».

Һәм геройҙар ошо каркаста йәшәйҙәр, тирә яҡтары үтә күренмәле пластик пластиналар менән тоташтырылған тутыҡҡан каркаста. Әммә спектаклдәге төҫтәрҙең символикаһына ҡараһаң - бик тә ҡыҙыҡлы: Мориндың әсәһе Мэг Фоландың саманан тыш ҙур кофтаһы тутыҡ каркастың төҫөнә яҡын - ҡыҙғылт һары төҫ менән ассоциациялана. Был тутыҡ каркаста өй ҙә, әсә менән ҡыҙҙың тормошо ла саҡ-саҡ тора – ул тулыһынса уның өлөшөнә - тутыҡ һөлдәгә әйләнгән. Морин – ул йәшел төҫ. Йәнә лә, кофтаһы кеүек. Унда йәшәү мөмкинселеге бар ҙа кеүек. Әсәһенең яратмауы, үҙен-үҙе яратмауы, уны аяуһыҙ көрәшкә этәрә лә инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәлдәр трагик рәүештә тамамлана.

Ғөмүмән, боронғо грек традицияларындағы кеүек, МакДонахтың геройҙары үҙҙәрендә әсе яҙмыш йөрөтәләр. Һәм был постановканың төп маҡсаты – эске яҙмышты асыу, һәм беҙгә үҙегеҙҙең өйөгөҙҙә телевизорҙар һәм шкафтар араһынан ана шуны күрегеҙ, тип өндәйҙәр.

Людмила Исмайлова, режиссер:

«Ысын театр бөтөнләй яуаптар бирмәй, ә киреһенсә һорауҙар бирә – һәм үҙегеҙ уйлағыҙ. Ул хис-тойғоларға мөрәжәғәт итә: бына һеҙ нимәлер тойҙоғоҙ – ә хәҙер әйҙәгеҙ, үҙегеҙ уйлағыҙ».