Яҡындарығыҙға бүләк сертификаты ярҙамында Рус драма театрын килеп ҡарау мөмкинселеген бүләк итегеҙ

Театрға табыныусылар өсөн оҙаҡ көттөргән ваҡиға! Хәҙер билеттарҙы һатып алыу тағы ла уңайлыраҡ һәм күңеллерәк, сөнки Бүләк сертификаты ярҙамында, һеҙ ағымдағы репертуарҙың теләгән бер спектакленә билеттар һатып ала алаһығыҙ.

350, 500 һәм 1000 һум номиналындағы Бүләк сертификаттары беҙҙең театр кассаһына һатыуға индерелде лә инде. Яҡынлашып килгән байрамдар уңайынан, яҡындарығыҙҙы бик шәп бүләк менән ҡыуандырығыҙ.

Бүләк сертификаттарын алыу һәм ҡулланыу ҡағиҙәләре менән беҙҙең сайтта таныша алаһығыҙ: http://rusdramteatr.ru/. Шулай уҡ, театр кассаһына 25-55-67 номеры буйынса шылтыратып, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бар мәғлүмәтте алыу мөмкинселеге бар.