Бик ябай тарих, М. Ладо, мелодраматик комедия

Тулҡынландырғыс һәм иҫ киткес яҡты ваҡиға! Әгәр ҙә ул шул тиклем дә ысынбарлыҡҡа тап килмәһә, уны ололар өсөн мөғжизәүи әкиәт тип тә атарға булыр ине, моғайын. Спектаклдә йорт хайуандарының, кешеләрҙән дә аҡыллыраҡ һәм кешелеклерәк булыуы һүрәтләнә: улар үҙҙәренең хужаларын гонаһ ҡылыуҙан ҡотҡарыр өсөн - үҙ-үҙҙәрен ҡорбан итергә әҙерҙәр...

Ябай кешеләр. Ябай хайуандар. Мөхәббәт һәм бәлә, йәшәү һәм үлем, яңғыҙлыҡ һәм ғаилә. Аңлайышлы һәм ябай,  шуның өсөн дә һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын... Ысын мөхәббәт һәм тәрән аҡыл хаҡында бик ябай тарих.

Ҡуйыусы-режиссёр – Виктор Васильев

Ҡуйыусы рәссам – Наталья Белова

Яҡтылыҡ буйынса рәссам – Денис Черепанов

Вокал буйынса педагог – Ольга Марущак

Режиссёр ярҙамсыһы – Изабелла Иванова

Ҡатнашыусылар:

ХУЖА – БР-ның атҡаҙанған артисы Сергей Сапунов

ХУЖАБИКӘ – БР-ның атҡаҙанған артисткаһы Ольга Бовен

ДАША, хужаның һәм хужабикәнең ҡыҙы – Татьяна Дорофеева

КҮРШЕ – БР-ның атҡаҙанған артисы Александр Шабаев

АЛЕКСЕЙ, күршенең улы – Александр Чесноков

ҺЫЛЫУҠАЙ АТ – БР-ның халыҡ артисткаһы, Ш. Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Светлана Ғиниәтуллина

ҺЫЙЫР ЗОРЬКА – Юлия Шабаева

СУСҠА – Регина Рушатова

ЭТ КРЕПЫШ – Денис Хисамов

ӘТӘС – Илдар Сахапов

Не рекомендуется к просмотру лицам, не достигшим 16 лет.

Премьера состоялась: 7ноября 2014г.