Буранҡай ханым, рус халыҡ әкиәттәре нигеҙендә

Беҙ һеҙгә “ҡышҡы театраль семәрҙәр”  менән биҙәлгән иҫ киткес гүзәл тамаша бүләк итәбеҙ. Ике бер төрлө ҡар бөртөктәре булмаған шикелле, бер-береһенә оҡшаған яңы йыл сюжеттары ла юҡ. Беҙ уйлап сығарған тылсымлы әкиәттән ололар ҙа, балалар ҙа ҡәнәғәт ҡалыр. Күркәм костюмдар, ҡышҡы гәлсәр декорациялар, һоҡландырғыс музыка – был “Буранҡай ханым”. Беҙҙең персонаждар сағыу, күңелсәк һәм зирәк. Улар менән бергә туйғансы көлөп, ял итеп ҡайтырға мөмкин. Буранҡай ханым барыһын да хеҙмәтенә ҡарап бүләкләй. Беҙҙең батшалыҡта бәхетһеҙҙәр, яуыздар һәм үпкәлеләр юҡ. Унда мөхәббәт йәшәй...

                                                                                                                                                              

Ҡуйыусы-режиссёр –Людмила Исмайлова

Ҡуйыусы-рәссам – Владимир Королев

Хореограф – Татьяна Кафлевская

Режиссёр ярҙамсыһы – Зинаида Рогачева, Изабелла Иванова

Ҡатнашыусылар:

АНИСЬЯ ПЕТРОВНА, тол ҡатын – Светлана Фәйзуллина

МАРФА, уның ҡыҙы – Юлия Шабаева

НАСТЯ, уның үгәй ҡыҙы – Мария Ненашева

ФЕДОТ СТЕПАНЫЧ, бай сауҙагәр – БР-ның атҡаҙанған артисы Александр Шабаев, Денис Хисамов

СТЕПАН, уның улы – Артемий Зайцев

БУРАНҠАЙ ХАНЫМ – БР-ның атҡаҙанған артисткаһы Ольга Бовен

МЕЙЕС – Регина Рушатова

АЛМА АҒАСЫ – Анжелика Гришкина

Ауыл егеттәре һәм ҡыҙҙары, кәмитселәр, Буранҡай ханымдың хеҙмәтселәре  –  Елизавета Тодорова, Александр Чесноков, Илья Павликовский, Татьяна Дорофеева, Анна Храмова, Антон Бебин, Гилюс Минһазов


Не рекомендуется к просмотру лицам, не достигшим 3 лет.
Премьера состоялась: 23 декабря 2016 года.