Дюймовочка – mix, И. Казакова, заманса әкиәт

Дюймовочканың иҫ киткес тулҡынландырғыс мажаралары, классик сюжет нигеҙендә ҡуйылһа ла, яңы ҡалыпта һөйләнелә. Унда беҙҙең ваҡыттың ритмдары, музыкаһы һәм интонациялары – айфондар, планшеттар, гаджеттар заманы. Йөрәгең урынында – сәғәт. Һуҡыр сысҡан велорикшала бойҙай баҫыуынан елдермәй, нәҡ ул бал менән идара итә. Сәхнәлә  әлегәсә күрелмәгән тылсым һәм үҙенә башҡа атмосфера буласаҡ. Ләлә сәскәһенең таждары, томбойоҡтоң япраҡтары – былар дат әкиәтсеһенең төшөнә лә инмәгән. Әммә ләкин наҙлы, изге күңелле, нәфис Дюймовочка бар... Тамашасы ла мөғжизә көтә. Эльфтар колоренә ышана. Һөйөү хистәре, ер йөҙөндәге барлыҡ байлыҡтарҙан да ҡиммәтерәк икәнен аңлар өсөн, был спектаклде мотлаҡ ҡарарға кәрәк. Һәм тағы ла иң мөһиме: премьера ғаилә спектакле булырға оҡшай.

Постановка һәм сценография – Владимир Королев

Инсценировканың авторы – Ирина Казакова (Өфө ҡалаһы)

Музыкаль яҡтан биҙәү – Сергей Пантыкин

Хореограф – Татьяна Кафлевская

Режиссёр ярҙамсыһы – Изабелла Иванова

Спектаклдә ҡатнашҡан артистар:

ДЮЙМОВОЧКА – Елизавета Тодорова

ҺУҠЫР СЫСҠАН – БР-ның атҡаҙанған артисы Сергей Сапунов

СЫСҠАН – Анжелика Гришкина

ЭЛЬФ – Александр Чесноков

ҺУҠЫР СЫСҠАНДЫҢ ХЕҘМӘТСЕҺЕ – Илья Павликовский

БАҠА БАЛАЛАРЫ, БӨЖӘКТӘР – Анна Храмова, Регина Рушатова, Фәнил Толонғужин, Артемий Зайцев, Артур Ишмөхәмәтов,  Денис Хисамов, Юлия Шабаева


Не рекомендуется к просмотру лицам, не достигшим 3 лет.
Премьера состоялась: 23 декабря 2015г.