Тормош – бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныс..., М. Цветаеваның ижадына бағышланған моноспектакль

«Моим стихам, как драгоценным винам, настанет свой черед», - тип яҙған Марина Цветаева. Арауыҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, Марина Цветаеваның шиғырҙары һаман да ымһындырғыс һәм иҫ киткес арбау көсөнә эйә. Стәрлетамаҡ рус драма театрында ла Марина Цветаеваның ижад кисәһен үткәреү “сираты етте”. Тамашасыларға “көмөш быуат” шиғырҙарының тәмен тойоу мөмкинселеге буласаҡ.

“Тормош – бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныс...” моноспектакленең авторы һәм башҡарыусыһы – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы Валентина Бродская.