Бродская Валентина Егоровна

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы.

Бихисап эштәре араһынан ошоларҙы билдәләп үтеү зарур: Василиса Мелентьевна - «Иван Грозныйҙың алтынсы ҡатыны»; Медея - «Медея», Дарья - «Тихий Дон»; Димсе - «Өйләнеү»; Соколова - «Аҙаҡҡылар»; Миссис Диксон - «Кактус сәскәһе»; Миссис Сэвидж - «Сәйер миссис Сэвидж»; Сеньора Эухения - «Ағастар баҫып үлә»; Дорис - «Ҡыҙҙар аулағы өҫтөндә мәңгелек тынлыҡ»; Петровна - «Иван етенсе»; Атаманша – «Һаумы, Принцесса!»; Филицата - «Дөрөҫлөк – яҡшы, ә бәхет тағы ла яҡшыраҡ» һәм башҡалар.

Ағымдағы репертуарҙа уйнаған ролдәре: Бик яуаплы Агнесса Ферапонтовна – «Зойканың фатиры»; МэгФолан – «Һылыулыҡ королеваһы»; Өрәктәр - «Макбет»; “Тормош – бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныс...” моноспектакленең авторы һәм башҡарыусыһы.