Чесноков Александр Сергеевич

Актерлыҡ карьераһын 2002 йылда Н. Островский исемендәге Кинешем драма театрында башлай. 2010 йылда Вышний Волочек ҡалаһыда үткән Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары VII Театр фестивалендә «Дөрөҫлөк – яҡшы, ә бәхет тағы ла яҡшыраҡ» спектаклендәге роле өсөн (актриса Валентина Смирнова менән берлектә) «Иң яҡшы йәш дуэт» номинацияһында диплом менән бүләкләнә. Беҙҙең театрҙа 2013 йылдан эшләй.

Уйнаған ролдәре: Де Бонфуа әфәнде - «Ялған ауырыу», Служка - «Ҡатын һәм уның иблисе», Табаки - «Маугли», Ванечка - «Бармалей-Бармалеище», Ашнаҡсы малай - «О-о, вдевиль».

Ағымдағы репертуарҙа уйнаған ролдәре: Обольянинов - «Зойканың фатиры», Алексей - «Бик ябай тарих», Һалдат - «Василий Теркин», Табип -  «Трамвай «Теләк», Йырлаусы - «Ал сәскә», Серекәй - «Себен-Цокотуха», Эльф - «Дюймовочка-mix», Кафе хужаһы - «Кокотка туташ», Росс - «Макбет», Кәзә тәкәһе - «Бесәйҙең өйө», Тәфтишсе - «Аҡ төндәрҙе оҙатыу», Ен-бәрей - «Руслан һәм Людмила», Густав - «Иҫеректәр», Мот - «Шәмбе көнө һөйләшмәгән Ганди», Правдин - «Недоросль».