Гиниятуллина Светлана Гайнулловна

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы, Ш. Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.

Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрында 1997 йылдан хеҙмәт итә. Ул тыуҙырған ролдәр театраль премияларға лайыҡ: «Театр яҙы - 2003» Республика фестивалендә «Хапун» спектаклендәге Галя роле өсөн «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» һәм Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары Бөтә Рәсәй театр фестивалендә «Өйләнеү» спектаклендәге Агафья Тихоновна роле өсөн (Вышний Волочек ҡалаһы, 2006 йыл) Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары V Театр фестивале жюрийының бүләгенә лайыҡ була.

Иң сағыу ролдәре: Анна Демби - «Кин IV, йәки гений һәм аҙғынлыҡ», Ирина - «Өс апай», Катя - «Биш кис», Зөбәржәт - «Ай тотолған төндә», Хильда - «Төҙөүсе Сольнес», Төлкө - «Иван етенсе», Сағыу йондоҙ - «Арканзасс мөғжизәһе, йәки Бейеүсе айыу», Смельская - «Уңыш хаҡы», Любовь - «Аҙаҡҡылар», Елена Андреевна - «Ваня бабай», Флоренс - «Сәйер миссис Сэвидж», Аҡйондоҙ - «Ике хат», Фея - «Золушка», Сеньора Призрак - «Пират һәм Өрәктәр», Женевьева - «Блэз», Марианна - «Ҡыҙыҡ ваҡиға», Клементина - «Геростратты онотоу», Турандот – «Принцесса Турандот», Виолетта - «Бөтә сысҡандар ҙа сыр ярата», Маркиза де Мертей - «Хәүефле бәйләнеш», Элиза - «Һаран», Тойбиле - «Ҡатын һәм уның иблисе», Багира -  «Маугли», Кәзә - «Кәзә Дериза», Саратовтан килгән инәй - «Бармалей-Бармалеище» һәм башҡалар.

Ағымдағы репертуарҙа уйнаған ролдәре: БланшДюбуа - «Трамвай «Теләк», МэгСнайдер - «Примадонналар», Скоморох - «Баҡа ҡыҙы – Тәлмәрйен», Зоя Денисовна Пельц - «Зойканың фатиры», Бал ҡорто - «Себен-Цокотуха», Ат - «Бик ябай тарих», Бисура - «Ал сәскә», Вивиан Буасьер - «Сәләмәт булығыҙ!», Леди Макбет - «Макбет», Наина - «Руслан һәм Людмила», Лора - «Иҫеректәр», Лиза - «Шәмбе көнө һөйләшмәгән Ганди».