Хлыбов Виктор Петрович

Баш рәссам

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1963 йылда башлай. 1979 йылдан - Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрында баш рәссам. Театр сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергәне һәм ирешкән уңыштары өсөн уға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.

Дүрт тиҫтәлек ижади эшмәкәрлеге осоронда В.И. Хлыбов 260-тан артыҡ постановкаға декорациялар эшләй: «Мещандар» М.Горький, «Белугиндың өйләнеүе», «Ҡыҙыу урында», «Һуңлаған мөхәббәт» А.Островский, «Айыу», «Тәҡдим», «Юбилей», «Өс апай», «Ваня ағай» А.Чехов, «Күҙгә күренмәгән ханым» П. Кальдерон, «Полк бара» М.Шолохов, «Рус кешеләре» К.Симонов, «Орфей тамуҡҡа төшә» Уильмс, «Иркуттағы ваҡиға» А. Арбузов, «Тартюф» Ж.Б. Мольер, «Ричард III» У. Шекспир, «Хөкөм итегеҙ беҙҙе, кешеләр» Л.Андреев, «Дәртле кешеләр» В. Шукшин, «Минең ҡатыным алдаҡсы», М. Эннэкен, «Ҡарама аҫтындағы мөхәббәт», «Медея» О. Нил, «Бәләкәй трагедиялар» А.Пушкин, «Эт йөрәге» М.Булгаков, «Өйләнеү» Н.Гоголь, «Бер мауығыуҙың тарихы» В. Набоков, «Рус халыҡ почтаһы» О.Богаев, «Кин IV йәки гений һәм аҙғынлыҡ» Г.Горин, «Үҙ үҙен үлтереүсе» Н.Эрдман һәм башҡалар. Театраль макеттары, эскиздары һәм һынлы сәнғәт эштәре Мәскәү, Ҡаҙан, Пермь, Саратов, Йошкар-Ола, Самара ҡалаларында, шулай уҡ рус театрында һәм картиналар галереяһында күргәҙмәләргә ҡуйылды. Уның эштәрен тәнҡитселәр һәм матбуғат юғары баһаланы. Театр сәнғәте өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт Министерствоһының һәм Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзының Почет грамоталары менән бүләкләнде.