Минһазов Гилюс Илдус улы

2007 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Беренсе ролдәрен Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә уйнай. Беҙҙең театрҙа 2016 йылдан хеҙмәт итә.

Уйнаған ролдәре: Алханон -  «Ҡатын һәм уның иблисе», Хеҙмәтсе - «Ялған ауырыу».

Ағымдағы репертуарҙа уйнаған ролдәре: 2 – се үлтереүсе - «Макбет», Франсуа - «Алйот менән киске аш», Мәжлестәге ҡунаҡ - «Руслан һәм Людмила», Йәштәр - «Аҡ төндәрҙе оҙатыу», Лоуренс - «Иҫеректәр», Вральман - «Недоросль».