Оборин Артур Анатольевич

Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Актерлыҡ карьераһын «Пьеро» Ырымбур ҡурсаҡ театрында башлай. Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрында 2009 йылдың сентябренән хеҙмәт итә.

Уйнаған ролдәре: Принц - «Золушка», Талаусы - «Һаумы, Принцесса!», Ҡала кешеһе - «Геростратты онотоу», Лакей, күләгә - «Күләгә», Хәмзә - «Ике хат», Брендавуан - «Һаран», Арлекин - «Щелкунчик», Скоморох, Ҡуян - «Петрушканың мауығыуҙары, йәки беҙҙән һеҙгә “һаумыһығыҙ”!», Хеҙмәтсе -  «Ялған ауырыу».

Ағымдағы репертуарҙа уйнаған ролдәре: Яҙҙырыу буйынса агент - «Трамвай «Теләк», Робер - «Зойканың фатиры», Һалдат - «Василий Теркин», Малькольм - «Макбет», Дим Димыч - «Шарлотка менән мажаралар», Мсье Атропос - «Сәләмәт булығыҙ!», Мәжлестәге ҡунаҡтар, Черноморҙың ҡолдары, һуғышсы - «Руслан һәм Людмила», Йәштәр - «Аҡ төндәрҙе оҙатыу», Ишек алды крәҫтиәндәре - «Недоросль».