Павликовский Илья Ярославович

2016 йылда Екатеринбург дәүләт театр институтын тамамлаған. Аҡтүбә өлкә драма театрында (Ҡаҙағстан) һәм Кинешем драма театрында эшләгән. 2017 йылдан - Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры актеры.

Ағымдағы репертуарҙа уйнаған ролдәре: Оперативник, Франсуаның күсере - «Кокотка туташ», Фокстротчик - «Зойканың фатиры», Һалдат - «Василий Теркин», Йырсы - «Ал сәскә», Робот - «Дюймовочка-mix», Ҡәбер ҡаҙыусы - «Макбет», Айыу - «Буранҡай ханым», Һуғышсы - «Руслан һәм Людмила»,  Валерик - «Аҡ төндәрҙе оҙатыу», Макс - «Иҫеректәр», Кутейкин - «Недоросль».