Сахапов Ильдар Ахуньянович

Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай. 2005 йылдан - Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры актеры.

Уйнаған ролдәре: Өй эйәһе – Чур - «Бисура», Гейвин Смит - «Үрмәксе ауындағы атай», Һыу эйәһе - «Көмөш әкиәт», Мелузов - «Уңыш хаҡы», Игорь Салеван - «Кактус сәскәһе», Степан - «Өйләнеү», Калаф - «Принцесса Турандот», Валер - «Һаран», Лейтенант де Лакотри - «Мәрәкә хәл», Паскаль - «Бөтә сысҡандар ҙа сыр ярата», Блэзд Амбрие - «Блэз», Пират - «Пират һәм өрәктәр», Ҡала кешеһе - «Геростратты онотоу», Принц - «Һаумы, Принцесса!», Буч - «Примадонналар», Кеше ашаусы - «Бесәй һәм мөхәббәт тураһында», Маурисьо - «Ағастар баҫып үлә», Аҡъегет - «Ай тотолған төндә», Шәғиҙулла - «Ике хат», Иван Алексеевич - «Страсти», Табип - «Күләгә», Ялсығол - «Ай тотолған төндә», Артист Стружкин, Итальян, Татар, Сухожиловтың әсәһе - «О-о, водевиль», Никандр Мухояров - «Дөрөҫлөк – яҡшы, ә бәхет тағы ла яҡшыраҡ», Тома Диафуарус - «Ялған ауырыу», Михей бабай - «Бармалей-Бармалеище» һәм башҡалар.

Ағымдағы репертуарҙа уйнаған ролдәре: Митч - «Трамвай «Теләк», Буч - «Примадонналар», Петр - «Бына шундай мөхәббәт…», Уртансы батша улы - «Баҡа ҡыҙы – Тәлмәрйен», Шағир - «Зойканың фатиры», Ҡандала - «Себен-Цокотуха», Әтәс - «Бик ябай тарих», Һалдат - «Василий Теркин», Людовик Мерикур - «Сәләмәт булығыҙ!», Кэтнэс - «Макбет», Фарлаф - «Руслан һәм Людмила», Марк - «Иҫеректәр», Бабай - «Шәмбе көнө һөйләшмәгән Ганди», Митрофан - «Недоросль».