Тодорова Елизавета Михайловна

Рәсәй Федерацияһының дәүләт стипендияһы лауреаты.

Өфө сәнғәт училищеһының аккордеон класын, Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай. Актриса карьераһын Өфө дәүләт рус драма  театрында башлай. 2008 йылда Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрына алына.

Елизавета Тодорова – Клавдия Шульженко исемендәге «Драма артистары йырлай» II асыҡ Региональ конкурсы лауреаты (Силәбе ҡалаһы); «Сәсән» Республика тасуири уҡыусылар конкурсында «Өмөт» махсус призын һәм «Дуэт»номинацияһында II дәрәжә премияһын алыусы, «Иң яҡшы йәш артист» ҡала конкурсының «Сезон асышы» номинацияһы еңеүсеһе (2012 йыл). Клавдия Шульженко исемендәге VII Бөтәрәсәй актер йыры конкурсында «Театрализованная песня» номинацияһында II дәрәжә дипломы менән бүләкләнә (Силәбе ҡалаһы, 2013 йыл). Елизавета Тодорова - «Вперемежку с Пушкиным» проектының авторҙарының береһе. Елизавета Тодорова 2015 йылда Рәсәй Федерацияһының дәүләт стипендияһы лауреаты булды.

Уйнаған ролдәре: Тиш - «Арканзасс мөғжизәһе, йәки Бейеүсе айыу», Принцесса - «Огниво», Марианна - «Һаран», Марта-Изабелла, Елена - «Ағастар баҫып үлә», Плуфт - «Пират һәм Өрәктәр», Сәнскәк - «Золушка», Лена - «Бәпембә», Рауза - «Ике хат», Аннунциата - «Күләгә», Хеҙмәтсе ҡатын - «Принцесса Турандот», Лаура Карлье - «Блэз», Фружи - «Бөтә сысҡандар ҙа сыр ярата», Театр кешеһе һәм музыкаль эш - «Геростратты онотоу», Бәләкәй талаусы - «Һаумы, Принцесса!», СесильВоланж - «Хәүефле бәйләнеш», Принцесса - «Бесәй һәм мөхәббәт тураһында», Поликсена - «Дөрөҫлөк – яҡшы, ә бәхет тағы ла яҡшыраҡ», Ҡыҙ - «Ялған ауырыу», Она - «Вперемежку с Пушкиным», Маймыл - «Маугли», Танечка - «Бармалей-Бармалеище» һәм башҡалар.

Ағымдағы репертуарҙа уйнаған ролдәре: Таратыусы - «Трамвай «Теләк», Одри - «Примадонналар», Коломбина - «Щелкунчик», Женя - «Бына шундай мөхәббәт…», Агент - «Зойканың фатиры», Йырлаусы - «Ал сәскә»,  Дюймовочка - «Дюймовочка-mix», Макдуфтың ҡыҙы - «Макбет», Ҡатын - «Василий Теркин», Кусачка - «Шарлотка менән мажаралар», Люси, аккордионистка -  «Кокотка туташ», Ен-бәрей - «Руслан һәм Людмила», 2-се бесәй балаһы - «Бесәйҙең өйө», Мәжлестәге ҡунаҡтар, Черноморҙың ҡолдары - «Руслан һәм Людмила», Роза - «Иҫеректәр», Катя - «Шәмбе көнө һөйләшмәгән Ганди», Ишек алды крәҫтиәндәре - «Недоросль».